Хуш, 2015, Йылҡы йылы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Йылҡы йылы - йыуатыр,
Йышырағы - илатыр,
Сәпсеп китеп, үрәпсеп
Эйәренән ҡолатыр.
Йылҡы йылы - аттай эш,
Сатнап китер хатта теш,
Тояҡтары ут сағыр,
Әйтерһең дә тапау-түш.
Йылҡы йылы - яу йылы,
Батшаларҙың дау йылы,
Юғалһын һуғыш йылы
Кире ҡайтмаҫҡа булып.


2015